Кисә Баймаҡтағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының 20 студенты баш ҡалабыҙ Өфөлә эшлекле сәфәрҙә булып ҡайтты.
Студенттар 26 мартта ВДНХ-ла асылған "Агрокомплекс" Халыҡ-ара күргәҙмәһенең эше менән яҡындан танышты, яңы техника-агрегаттарға тамаша ҡылды, алдынғы технологиялар менән ҡыҙыҡһынды.
Башҡорт дәүләт аграр университетында булыу һәм уның матди-техник базаһы, уҡыу шарттары менән яҡындан танышыу был сәфәрҙең иң төп маҡсаттарының береһе ине. Сөнки Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең билдәле аграр уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнеш булдырып, һуңынан үҙенең студенттарын ошо вуздарға уҡырға ебәрә.Был, әлбиттә, үҙенең тос емештәрен бирә.
Студенттар шулай уҡ баш ҡаланың иҫтәлекле урындарында ла булды, хәтерҙәрендә ҡалырлыҡ экскурсия яһаны.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы етәкселеге һәм студенттары ошондай шәп сәйәхәт өсөн финанс ярҙамы бүлгән "Красная Башкирия" ЯСЙ-һы директоры Рәил Фәхрисламовҡа ҙур рәхмәтен белдерә.