+24 °С
Ямғыр
Бөгөн район башлығы Фәнис Әминев үткәргән оператив кәңәшмәлә яугирҙәргә йыйылған сираттағы ярҙам тураһында мәғлүмәт бирелде. Фәнис Ғәбдрәшит улы иң тәүҙә беҙҙең яугирҙәр һораған әйберҙәрҙең исемлеге төҙөлөүе һәм шул исемлек буйынса барыһы ла әҙер булыуын белдерҙе.
- Район халҡы бик әүҙем ярҙам итә. Был изге эштән ситтә тороп ҡалған бер кем юҡ. Һәр кем хәленән килгән тиклем ярҙам күрһәтергә ынтыла. Беҙ яугирҙәребеҙҙе күреп, уларға яҡташтарыбыҙҙың ҡайнар сәләмен һәм изге теләктәрен дә еткерәсәкбеҙ.
Фотолар: район башлығының шәхси битләүегенән.