Новости
25 Март 2024, 10:50

Ямғырмы әллә ҡармы?

Республикала ямғыр һәм епшек ҡар көтөлә...

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала урыны менән бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +2, +7 градус, таулы райондарҙа +12 градусҡа тиклем.

Шишәмбе, 26 мартта, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0, -5 градус, аяҙытҡанда -9 градусҡаса. Көндөҙ +4, +9 градус.

Шаршамбы, 27 мартта, Башҡортостанда ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -1, +4 градус, көндөҙ +1, +6 градус.

Автор:
Читайте нас