+24 °С
Ямғыр
Бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ресрублика Башлығы ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы тәртипкә килтерергә, өмәләр үткәрергә ҡушты. "Күләүектәр ятмаһын өсөн ҡарҙы ташларға, тирә-яҡты таҙартырға кәрәк",-тине Радий Хәбиров.
Был йәһәттән райондаштарымды тик яҡшы яҡтан телгә алғым килә. Сөнки ауыл биләмәләрендә күптән таҙартыу эштәре башланды. Ҡала ойошма-предприятиелары ла һәр кесе йома өмәгә сыға башланы. Йәшәгән еребеҙ таҙа булһын өсөн уны ҡыйламау мөһим икәнлеген онотмаһаҡ ине.