Новости
22 Март 2024, 06:40

Баймаҡҡа яңы автобустар килде

Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Һуңғы йылдарҙа республикала пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүгә айырым иғтибар бирелә. Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең транспорт инфраструктураһын үҫтереү – мөһим тармаҡтарҙың береһе, тип атаған ине. Шуға ярашлы, республикала автомобиль транспорты предприятиелары паркын яңыртыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Уның һөҙөмтәһе баймаҡтарға яҡшы таныш.

Әйтергә кәрәк, ағымдағы йылдың ғинуарында Баймаҡ АТП-һы алты “NEXT” маркалы бәләкәй автобустары менән тулыланғайны. 14 мартта тағы ла һигеҙ “ПАЗ” – Вектор” маркалы автобус алынды. Улар иртәгеһенә үк пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү өсөн маршруттарға сыҡты. Автобустарҙың береһе Һамар АТП-һына ебәрелгән. Ул Хәйбулла районы халҡын хеҙмәтләндерә.

- Предприятие яңы һулыш кисерә, - тине Баймаҡ АТП-һы директоры Ирек Артыҡаев. – Бер кемгә лә сер түгел, транспорт паркын күптән яңыртыу талап ителә ине. Владимир Путиндың күрһәтмәһе буйынса барлыҡҡа килгән “Махсус ҡаҙна кредиты” программаһына ярашлы тәүҙә алты, әле һигеҙ автобус алыуға өлгәштек. Көҙгөһөн тағы ла етәүҙе алырға иҫәп тотабыҙ. Күрелгән барлыҡ был саралар пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙә яҡшы шарттар тыуҙырырға мөмкинлек бирҙе.

Лилиә ТАКАЕВА.

Автор фотоһы:

Баймаҡҡа яңы автобустар килде
Баймаҡҡа яңы автобустар килде
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас