Новости
20 Март 2024, 09:50

Ишбирҙелә - ифтар мәжлесе

Халыҡ ойоштороусыларға күңелдәргә үтеп ингән сара өсөн оло рәхмәтен еткерҙе...

Ишбирҙелә - ифтар мәжлесеИшбирҙелә - ифтар мәжлесе
Ишбирҙелә - ифтар мәжлесе

Ишбирҙе мәсетендә ифтар мәжлесе үтте.

Ишбирҙеләр социаль селтәрҙә былай тип хәбәр ите:

- Ауылыбызҙың имамы фәһемле вәғәзен тыңлап, ил-йортобоҙ тыныслығы, балалар һәм үҙебеҙҙең һаулығын теләп салынған ҡорбандан ауыҙ итеп, Ҡөрьән тыңлап, тәрәүих намаҙын уҡып таралыштылар.Шундай матур ифтар үткәреүсе ауылыбыҙ имам-хатибы Мотаһар муллаға, ойоштороусыларға, бешереүселәргә,күстәнәстәр тотоп килеүселәргә, бигерәк тә ҡорбан салыусыларға ҘУР РӘХМӘТ! Илебеҙ тыныс тормошта ғына йәшәргә яҙһын, Раббым Аллаһым!Яугир ир- егеттәребеҙҙең именлегенә салынған ҡорбандар, аяттар ҡабул булып, теүәл генә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын насип әйлә, Раббым Аллам!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас