Новости
20 Март 2024, 09:25

Дүрт водитель тотолған

-

Баймаҡ районы буйынса Эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бер аҙнала районда 107 хәл-ваҡиға булған, шуның 7-е криминаль характерға эйә. Урлыҡ, кеше туҡмау кеүек хәл-ваҡиғалар теркәлгән. Бер ҡатынды элекке ире туҡмай һәм үлтереү менән янай. Тейешле документтарһыҙ ағас ташыған машина туҡтатылған. Водитель административ яуапҡа тарттырылған. Берәүҙең гаражынан балиғ булмаған бала автомобиль ҡыуып алып киткән. Көндән-көн мутлашыусылар әүҙемлек күрһәтә. Ниндәй генә профилактик сара күрелмәһен, уларҙың тоҙағына эләгеүселәр күп. Ни сәбәптәндер, аҡсаһын белмәгән-күрмәгән кешегә ышанып тоттороп сығарыусылар бар. Берәү, мәҫәлән, уларға 130 мең һумын биргән. Икенсеһе, “Бәйләнештә” социаль селтәре аша өҫтәмә килем  алырға мөмкин, тигән һүҙҙәренә ышанып, билдәһеҙ кешенең иҫәбенә 19450 һум күсергән. Тағы ла берәүҙең банк картаһынан 22500 һум аҡсаһын урлағандар.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 163 осраҡ теркәлгән, 6 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 4 водитель тотолған

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас