+24 °С
Ямғыр
Башҡортостанда республика Дәүләт автоинспекцияһының чат-боты эшләй.
Чат-ботта водителдәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуы тураһында хәбәр итергә мөмкин.
Хәбәр ебәргәндә:
- мөмкин тиклем теүәл адресты билдәләп, хоҡуҡ боҙоу урынын күрһәтергә;
- ваҡиғаны ҡыҫҡаса тасуирларға;
- автомобилдең дәүләт номерын һәм уның хәрәкәт маршрутын күрһәтергә;
- ҡағиҙә боҙоу осрағының фотоһын йәки видеоһын беркетергә кәрәк.
Чат-бот һылтанма буйынса ҡулланыла: vk.cc/cpMQqj.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән ҡыҙыу линияһы: 8 (347) 279-32-92.