Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
16 Март 2024, 05:20

"Һаҡмар" һәм "Йәшлек"кә яҙылып, ноутбук оттолар

Был юлы улар “Һаҡмар” һәм “Йәшлек” гәзиттәренә яҙылып, квитанцияларын “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто үткәргән бүләктәр уйынына ебәргән. Шатлыҡлы хәбәр үҙен оҙаҡ көттөрмәй – улар ноутбук отто!

"Һаҡмар" һәм "Йәшлек"кә яҙылып, ноутбук оттолар"Һаҡмар" һәм "Йәшлек"кә яҙылып, ноутбук оттолар
"Һаҡмар" һәм "Йәшлек"кә яҙылып, ноутбук оттолар

Донъяуи яңылыҡтар, фәһемле мәҡәләләр, ҡыҙыҡлы махсус биттәр, хикәйәләре менән таныштырған да, уйландырған да “Һаҡмар” гәзитенең өйгә килеүе үҙе бер шатлыҡ. Ә инде редакция үткәргән бүләктәр уйынында ҡатнашып, уларҙы отоу бигерәк тә ҡыуандыра.

Был йәһәттән районыбыҙҙың Ишмырҙа ауылы халҡын бәхетлеләр рәтенә индереп була. Сөнки был ауылда ҡар таҙартыу машинаһын да, саң һурҙырғыс та, башҡа приздарҙы ла оттолар. Ә бына Үҙәкиндар ғаиләһе йылына ике мәртәбә яҙылып ҡына ҡалмай, ә бүләктәрҙе лә ота. Даланлы кешеләр инде! Сөнки быға тиклем улар күп хужабикәләр хыял иткән мультиварканы ла отҡайны.

Был юлы улар “Һаҡмар” һәм “Йәшлек” гәзиттәренә яҙылып, квитанцияларын “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто үткәргән бүләктәр уйынына ебәргән. Шатлыҡлы хәбәр үҙен оҙаҡ көттөрмәй – улар ноутбук отто! Үҙәкиндарға призды һайлау көнөндә алып барып тапшырҙыҡ. Биләмә башлығы Заһит Ҡашҡаров ауылдың “Һаҡмар” гәзитенә әүҙем яҙылыуҙарын белдерҙе. Ысынлап та ишмырҙалар район баҫмаһына яҙылыу буйынса һәр саҡ алда бара. Был йәһәттән почта бүлексәһенә лә, ауыл биләмәһе хакимиәтенә лә, ауыл халҡына ла оло рәхмәт һүҙәрен еткерге килә. “Район баҫмаһын алдырмай нисек түҙмәк кәрәк? Оҙайлы йылдар алдырабыҙ һәм рәхәтләнеп уҡыйбыҙ. Бүләктәр өсөн рәхмәт. Дөрөҫөн әйткәндә, бай йөкмәткеле “Һаҡмар” үҙе бүләк ул”,-тине Үҙәкиндар.

Әлеге ваҡытта “Һаҡмар” гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу бара. Мотлаҡ яҙылығыҙ һәм квитанцияларығыҙҙы ебәрергә онотмағыҙ, дуҫтар!

Гүзәл Иҫәнгилдина

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас