Новости
14 Март 2024, 10:20

Юлдар имен булһын!

Свердловск өлкәһендә Екатеринбург — Төмән федераль трассаһының 78-се саҡрымында юл фажиғәһе теркәлгән. Ете кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған...

Свердловск өлкәһендә Екатеринбург — Төмән федераль трассаһының 78-се саҡрымында юл фажиғәһе теркәлгән. Ете кеше имгәнгән. Урындағы дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «Тойота» менән «Хонг Ян» йөк машинаһы бәрелешкән.

«Тойота»ның водителе һәм алты пассажиры (уларҙың икәүһе — балалар) дауаханаға оҙатылған. Йөк машинаһы водителе зыян күрмәгән. Ул Чита өлкәһенән Мәскәүгә еләк алып китеп барған булған.

Сит ил автомобилендәге ғаилә Төмәндән Өфөгә ҡайтып барған. Водитель — туғыҙ бала атаһы етди йәрәхәттәр алған, ул һаман дауаханала ята. Бынан тыш, уның ҡатыны һәм ике балаһы имгәнгән, башҡа пассажирҙарға ла медицина ярҙамы талап ителгән.

Тикшереү бара.

Юлдағылар имен-һау булһындар, бәлә-ҡазанан аралаһын!

Автор:
Читайте нас