Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Март 2024, 07:10

Президент һайлауҙа Башҡортостан халҡының 93 проценты тауыш бирә

Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

15 марттан 17-һенә тиклем илдә Рәсәй Президентын һайлауҙа «ИнформУИК» хеҙмәткәрҙәренең һорауҙарына яуап биргән республика халҡының 93% тауыш бирергә йыйына. Был хаҡта республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов хәбәр итте.

Билдәле булыуынса, уларҙың 111 меңдән ашыуы гражданлыҡ бурысын өйҙә үтәргә теләк белдергән.

Спикер мәғлүмәттәре буйынса, 17 февралдән 6 мартҡа тиклем республикала һайлау участкаһы хеҙмәткәрҙәре йорттарҙың 97% йөрөп сыҡҡан, 76% ашыуында һайлауға бәйле әңгәмәләр үткәрелгән.

Бынан алдараҡ Башҡортостан яугирҙәренең ҡайҙа тауыш биреүе билдәле булды.

Сығанаҡ:

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-03-11/na-prezidentskih-vyborah-progolosuyut-93-zhiteley-bashkirii-3675877

Президент һайлауҙа Башҡортостан халҡының 93 проценты тауыш бирә
Президент һайлауҙа Башҡортостан халҡының 93 проценты тауыш бирә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас