Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Март 2024, 07:05

Һаҡ булығыҙ! Юлда иҫерке водителдәр!

Бер аҙнала Баймаҡ юлдарында 9 иҫерек водитель тотолған.

Баймаҡ районы буйынса Эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған аҙнала районда 118 хәл-ваҡиға булған, шуның 11-е криминаль характерға эйә. Урлыҡ, кеше туҡмау кеүек хәл-ваҡиғалар теркәлгән. Уҙған аҙнала мутлашыусыларҙың тоҙағына эләгеүселәр күп булған.  Берәүҙең банк карталарынан 6 мең һәм 24 мең һум аҡсаһын үҙҙәренең иҫәбенә күсерткәндәр. Сит кеше исеменә займ юллағандар. Магазиндан мотоцикл һәм электродвигатель урлағандар. Бергә иҫерткес эсемлек эсеп ултырғандарҙың береһе икенсеһенең телефонын урлаған. Туҡталҡала торған еңел машина эйеп китеп, балиғ булмаған баланы тапаған. Ул тормозға ҡуйылмаған булған.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 137 осраҡ теркәлгән, 8 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 9 водитель тотолған, шуларҙың икәүһе ҡайтанан эләккән.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас