Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Март 2024, 11:10

Аҡса эшләйем тип, енәйәт юлына баҫҡандар

Хәҙер күп балалар үҙҙәре аҡса эшләргә тырыша. Яҡшы ынтылыш. Әммә ҡайһы саҡта балаларҙы яуыз уйлы кешеләр енәйәт юлына баҫтыра. 14 йәшлек үҫмерҙәр ҙә уларҙың тоҙағына эләгә...  

Бер үҫмер интернет аша курьер булып эшкә саҡырыуҙы күрә. Ниндәйҙер әйберҙәрҙе күсергән йә барып алған өсөн "эш хаҡы" тәҡдим итәләр. Малай аҡса эшләргә булып китә һәм үҙенең дуҫын да саҡыра. Бер оло йәштәге инәйҙе мутлашыусылар: "Ҡыҙығыҙ аварияға тарыны, уға операция яһау өсөн аҡса кәрәк. Ашығыс рәүештә",-тип алдай. Һәм 170 мең һум аҡсаны алырға тип ошо ике үҫмерҙе ебәрәләр. Күгәрсен районында йәшәгән 81 йәштәге пенсионер үҙенең алданғанын аңлап ҡала һәм ике үҫмер тотола. 

Балаларығыҙ аҡса эшләү тураһында һүҙ ҡуҙғатһа, мотлаҡ ниндәй эш икәнен һорашығыҙ, белегеҙ. Уларҙы енәйәт юлына йәлеп итеүгә юл ҡуймағыҙ. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас