+21 °С
Болотло
Рәсәй Президенты Владимир Путин шәхси торлаҡ йорттарҙы, медицина һәм белем биреү ойошмаларына газ үткәреүгә ныҡлы иғтибар бирә. Был мәсьәләне хәл иткәндә айырым ҡатлам граждандарға газ ҡорамалдары алыуға һәм уларҙың биләмәһе эсендә газ үткәреү өсөн түләүгә субсидия биреү ҙә талап ителә.
Башҡортостанда 1,4 миллион йортҡа һәм фатирға газ үткәрелгән. Газ селтәрен йорт яны биләмәлере сигенә саҡлы түләүһеҙ үткәреү былтыр башланғайны. Газ үткәреү эшен дауам итеү әлеге кимәлде 2025 йылға тағы ла 3,5 процентҡа арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Янғаҙы ауылына "зәңгәр яғыулыҡ"тың килеп етеүе лә оло байрамға әүерелде. Йорттар һәр саҡ ҡотло һәм йылы булһын!