+24 °С
Дождь
Бөгөн Яңғаҙы ауылына газ килеп етте. Был һөйөнөслө яңылыҡ оло байрамға әүерелде. Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты, кәрәкле эшкә көс һалыусылар тәбрикләнде. Имам-хатип Азамат Тимербулатовтың йортонда зәңгәр яғыулыҡ тоҡаныуын ҡарап, унан уңған халыҡ мәсеттә әҙерләгән мул табын артында күңелле сәй эсеү булды.