Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Март 2024, 09:25

Яугирҙәргә ярҙам тураһында

Бөгөн Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 39 ярҙам сараһы күрһәтелә...

Бөгөн Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 39 ярҙам сараһы күрһәтелә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров «АиФ» баҫмаһына биргән интервьюһында ошо турала һөйләне.

Башҡортостан Башлығы Оборона министрлығы буйынса түләүҙәрҙән тыш, республиканан яугирҙәргә бер тапҡыр бирелә торған һәм тәүлегенә түләнгән аҡса хаҡында иҫкә төшөрҙө. Шулай уҡ хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары шифахана-курортта дауаланыуға, бушлай балалар баҡсаларына һәм өҫтәмә белем алыуға хоҡуҡлы, уларға газ үткәреү өсөн сертификаттар, юғары уҡыу йорттарында балалар өсөн урындар һәм башҡа льготалар бирелә. 

Республика махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙәрҙе ялға алып ҡайтыу өсөн автобустар ебәрә. Бөтәһе 114 гуманитар ылау оҙатылды. Башҡортостан халҡы, бизнес вәкилдәре лә яугирҙәргә әүҙем ярҙам күрһәтә.

Автор:
Читайте нас