Новости
5 Март 2024, 05:55

Иҫерек дүрт водитель тотолған

Был хәл Баймаҡта булған. Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

26 февралдән 3 мартҡа тиклем Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған аҙнала районда 118 хәл-ваҡиға булған, шуның 4-һе криминаль характерға эйә. Урлыҡ, кеше туҡмау кеүек хәл-ваҡиғалар теркәлгән. Төрлө сәбәптәр арҡаһында бер аҙнала 3 кеше һәләк булған. Наркотик матдә һаҡлаған һәм һатҡан кеше тотолған. Бергә иҫерткес эсемлек эсеп ултырған кеше икенсеһенең 40 мең һум аҡсаһын урлаған. Ата-әсәлек бурысын үтәмәгән ғаилә асыҡланған. Кредит алып түләмәгән кешегә ҡарата дәғүә ғаризаһы бирелгән.  

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 100 осраҡ теркәлгән, 12 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 4 водитель тотолған, шуларҙың береһе ҡайтанан эләккән.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас