Новости
5 Март 2024, 11:00

8 март бураны булырмы?

8 мартта һәр саҡ буран була, тибеҙ уйынлы-ысынлы. Быйыл һауа торошо ниндәй булыр һуң?

Иртәгә ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -2,-7 градус була.

Кесе йома, 7 мартта, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -12,-17, аяҙытҡанда -20,-25, көндөҙ -4,-9 градус.

8 мартта көндөң ҡояшлы булыуы, һауа температураһының әллә ни үҙгәреүе көтөлмәй. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас