Эш биреүселәр 16 йәшкә тиклемге (элек – 14 йәшкә тиклем ине) бала тәрбиәләгән яңғыҙ ата-әсәне эштән сығара алмаясаҡ. Ойошманы бөтөрөү йәки хеҙмәт йөкләмәһен ҡаты боҙоу ғына был ҡағиҙәгә ҡаршы килә.
Төбәк властары халыҡты транспорт менән хеҙмәтләндереү стандартын билдәләйәсәк. Атап әйткәндә, автомобиль һәм ер өҫтө электр транспортында пассажирҙар һәм багаж ташыу хәүефһеҙлеге һәм уңайлылығы күрһәткестәренең исемлеге һәм маҡсатҡа ярашлы һандары әҙерләнәсәк.
Автомашина хужалары бер көндән өс айға тиклемге ҡыҫҡа ваҡытлы ОСАГО килешеүе төҙөй аласаҡ Уларға көн һайын стартты кисектереү шарты ҡағыла. Был полис страховка тарифының түбән коэффициентын ҡулланыуҙы күҙ уңында тотасаҡ.
Дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар даирәһе киңәйә Хәҙер был исемлеккә ғаилә, әсәлек, атайлыҡ һәм балалыҡ өлкәһендә эшләгән ойошмалар инә. Мәҫәлән, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға яңы ғаилә табырға ярҙам иткән ойошмалар. Шулай уҡ исемлеккә ҡарауһыҙ хайуандар менән шөғөлләнгән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар инәсәк.
Вкладтар буйынса страховка компенсацияһы түләү. Хәҙер вкладтар буйынса компенсация түләү тураһындағы ғаризаны Вкладтарҙы страховкалау агентлығының рәсми сайтында йәки Дәүләт хеҙмәттәрендә электрон формала бирергә мөмкин. Ғаризала банк иҫәбе реквизиттары урынына «Мир» картаһы реквизиттары индерелә.