Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Март 2024, 06:45

Дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса һорауҙарығыҙ булһа

Хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 8 (347) 272-09-74 телефонына шылтыратып хәбәр итергә мөмкин...

 Башҡортостанда инвалид балаларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асылды. 4 мартта Башҡортостан прокуратураһында инвалид, шул иҫәптән шәкәр сиренән яфаланған балаларҙы тейешле дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу бәйләнеш ойошторола. Был хаҡта күҙәтеү ведомствоһының телеграм-каналында хәбәр ителә.

Хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 8 (347) 272-09-74 телефонына шылтыратып хәбәр итергә мөмкин. Ошо номер буйынса льготалы препараттар, тест-һыҙаттар һәм диагностика саралары биреүҙән баш тартыуҙары тураһында хәбәр итергә мөмкин. Бынан тыш, балаларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү,уларға медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре буйынса Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ҡыҙыу бәйләнешенә мөрәжәғәт итергә мөмкин: 7 (800) 347-47-47, 7 (347) 218-00-48.

Автор:
Читайте нас