Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
1 Марта 2024, 12:10

Юлда алты кеше һәләк булған

Шуларҙың өсәүһе - Башҡортостандан... Юлдарыбыҙ имен булһын!

Юлда алты кеше һәләк булғанЮлда алты кеше һәләк булған
Юлда алты кеше һәләк булған

28 февраль төнөндә Һарытау өлкәһендәге юл фажиғәһендә алты кешенең ғүмере өҙөлгән, уларҙың өсәүһе — Башҡортостандан. Урындағы дәүләт автоинспекцияһының яҡынса мәғлүмәттәре ярашлы, Гремячий ҡасабаһына боролған ерҙә «ВАЗ-2112» менән «Лада Гранта» автомобилдәре бәрелешкән.

Аварияла «Лада Гранта»нан өс кеше — водитель һәм ике пассажир, «ВАЗ-2112»нән өс яҡташыбыҙ — 39 йәшлек водитель, 40 һәм 44 йәшлек пассажирҙар һәләк булған. «ВАЗ-2112» автомобилендәге тағы бер пассажир медицина учреждениеһына оҙатылған.

«Гранта» рулендә 30 йәшлек Азербайжан гражданы ултырған. Февраль башында полиция хеҙмәткәрҙәре наркотик ҡулланып иҫергән сит ил гражданын тотҡан һәм эште судҡа ебәргән. Ул саҡта ул илдән ҡыуылмаған, ә  минималь штраф менән генә ҡотолған.

Хәҙер хоҡуҡ һаҡлаусылар фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.

Автор:
Читайте нас