Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
1 Март 2024, 12:30

Ауылға ҡайтҡан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн

Ауылға, бәләкәй ҡалаға эшкә ҡайтҡан белгескә бер тапҡыр 1 миллион һум аҡса түләнә, ә Алыҫ Көнсығышта, Донбаста һәм Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә был сумма ике тапҡырға күберәк — 2 миллион һум буласаҡ...

Ауылға ҡайтҡан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөнАуылға ҡайтҡан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн
Ауылға ҡайтҡан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн

Рәсәйҙә 2025 йылдан «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы эшләй башлай. Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда ошо хаҡта белдерҙе.

«Ауылға, бәләкәй ҡалаға эшкә ҡайтҡан белгескә бер тапҡыр 1 миллион һум аҡса түләнә, ә Алыҫ Көнсығышта, Донбаста һәм Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә был сумма ике тапҡырға күберәк — 2 миллион һум була», —  тине президент.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы 2021 йылдан тормошҡа ашырыла. Ул илдә тәүгеһе һәм әлеге ваҡытта иң яҡшыһы булып тора.

Автор:
Читайте нас