Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Февраль 2024, 03:55

Табиптар Луганск Халыҡ Республикаһына юл алды

Табиптарҙың яңы төркөмөндә неврологтар, эндокринологтар, рентгенологтар, офтальмологтар, кардиологтар, ультратауыш диагностикаһы табиптары, шәфҡәт туташтары бар...

Табиптар Луганск Халыҡ Республикаһына юл алдыТабиптар Луганск Халыҡ Республикаһына юл алды
Табиптар Луганск Халыҡ Республикаһына юл алды

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин республикабыҙ табиптарының 20 сменаһын Луганск Халыҡ Республикаһына командировкаға оҙатты. Иртәгә кискеһен улар урынға барып етеп, эш урындарында элекке бригаданы алмаштырырға тейеш.

Табиптарҙың яңы төркөмөндә неврологтар, эндокринологтар, рентгенологтар, офтальмологтар, кардиологтар, ультратауыш диагностикаһы табиптары, шәфҡәт туташтары бар. Был төркөмдә шулай уҡ оҙайлы йылдар Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының неврология бүлеген етәкләгән Гөлнара Әҙеһәм ҡыҙы Самарбаева ла бар.

«Красный Луч ҡалаһының тыныс халҡы ошо белгестәрҙең ярҙамына мохтаж. Ә республика ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Шефлыҡҡа алынған территорияла эшләү осоронда табиптарыбыҙ 65 меңдән ашыу өлкән кешене һәм 59 мең баланы ҡабул итте, 96 меңдән ашыу тикшереү үткәрҙе»,  —тип яҙа Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Табиптарға уңыштар, именлек теләйбеҙ!

Автор:
Читайте нас