+21 °С
Болотло
Кешеләрҙе финанс пирамидаларға йәлеп иткән өсөн яуаплылыҡ көсәйтелә. Был законды депутаттар беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.
Хәҙер кешеләрҙе финанс пирамидаларға йәлеп иткән өсөн граждандарға - 50 мең һумға тиклем, вазифалы урынды биләүселәр һәм эшҡыуарҙарға - 100 мең һумға тиклем, юридик берәмектәргә миллион һумға тиклем штраф һалынасаҡ.
Финанс пирамидаларға йәлеп ителгән кешеләрҙән бик күп ялыуҙар килә. Уларҙың дөйөм күрелгән зыяны 4,5 миллиард һумдан ашыу сумманы тәшкил итә икән.