Новости
27 Февраль 2024, 05:40

Яугирҙәр рәхмәтен еткерҙе

Яугир район халҡына күрһәткән ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе. "Бигерәк тә "МТС" Урал аръяғы Агро" ЯСЙ-на һәм уның генераль директоры Сергей Родионовҡа беҙҙе антидрон менән тәьмин итеүенә рәхмәтлебеҙ. Был беҙҙең күп егеттәребеҙҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк...

Яугирҙәр рәхмәтен еткерҙеЯугирҙәр рәхмәтен еткерҙе
Яугирҙәр рәхмәтен еткерҙе

Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән район башлығы Фәнис Әминев осрашып, уларҙың хәлен белешеп, нимәләр кәрәклеген белешеп-һорашып, уларға изге теләктәрен еткерә. Яугирҙәр үҙ яңылыҡтарын һөйләй, ярҙам өсөн рәхмәттәрен еткерә.

Район етәксеһе сираттағы осрашыу тураһында үҙ битләүегендә былай тип яҙҙы:

- Баймаҡ егеттәре Тыуған илгә тоғро хеҙмәт итә, ә өйҙә уларҙың ғаиләләре өй йылыһын һаҡлап, имен-һау ҡайтыуҙарын теләп көтә.

"Ахмерыч" позывнойлы яугир район халҡына күрһәткән ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт белдерә. "Бигерәк тә "МТС" Урал аръяғы Агро" ЯСЙ-на һәм уның генераль директоры Сергей Родионовҡа беҙҙе антидрон менән тәьмин итеүенә рәхмәтлебеҙ. Был беҙҙең күп егеттәребеҙҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк", - ти ул.

Фото: район башлығы Фәнис Әминевтың шәхси битләүегенән. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас