Новости
27 Февраль 2024, 09:40

Бер кеше һәләк булған

Баймаҡ районында юл фажиғәһендә «ВАЗ» водителе алған йәрәхәттәрҙән ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән, ике пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.  Юлда булған һәр кемгә имен һәм хәйерле юлдар насип булһын! 

Бер кеше һәләк  булғанБер кеше һәләк  булған
Бер кеше һәләк булған

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Баймаҡ районында теркәлгән үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Магнитогорск - Ира автомобиль юлының 108-се саҡрымында «ВАЗ-2111» менән «Рено Латитуде» бәрелешкән.

Юл фажиғәһендә «ВАЗ» водителе алған йәрәхәттәрҙән ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән. Ә ике пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Ваҡиға урынында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Автор:
Читайте нас