Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Февраль 2024, 12:55

“БАШҠОРТ”, “БАЙРАМ” һәм бар яугирҙәрҙән ҡайнар сәләм!

Бөгөн беҙ махсус хәрби операциялағы бар Баймаҡ районы яугирҙәре исеменән тыуған яҡтарыбыҙға ҡайнар сәләмдәр ебәрәбеҙ. Хеҙмәтебеҙ дауам итә, дошмандарҙы ҡырыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ.  

Бөгөн беҙ махсус хәрби операциялағы бар Баймаҡ районы яугирҙәре исеменән тыуған яҡтарыбыҙға ҡайнар сәләмдәр ебәрәбеҙ. Хеҙмәтебеҙ дауам итә, дошмандарҙы ҡырыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Беҙҙең өсөн борсолмағыҙ: беҙ яҡташтар бергә, бер- беребеҙгә көс һәм терәкбеҙ. Беҙҙе хәстәрләүегеҙ өсөн, яҡташтар, һеҙҙең барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Тыуған яҡтарҙан ярҙам килеп тора, балаларҙың хат- тары күңелде йылыта, көс-дәрт бирә. Шулай уҡ беҙ Дамир Муллагилдин, Рөстәм Ниғ- мәтуллин (“Юлдар” таксиһы) кеүек бик шәп егеттәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткергебеҙ килә. Улар оҙон юлды яҡын итеп, хәүеф-хәтәргә ҡарамай елдереп беҙҙең янға килеп етә. Яҡындарыбыҙ ебәргән посылкаларҙы тиҙ арала беҙгә алып килеп еткерәләр һәм бының өсөн бер тин дә аҡса алмайҙар. Юл ыңғайы кемдәр биреп ебәрә, беҙҙең районмы, башҡамы, барыһының да по- сылкаларын алып киләләр. Беҙ уларға ныҡлы һау- лыҡ, юлдарының һәр саҡ имен һәм хәйерле булыуын теләйбеҙ. Ҙур рәхмәт һеҙгә, егеттәр! Беҙҙең менән бәйләнеш булдырған һәм ярҙам итергә әҙер булған район етәкселеге, ауылдаштар, яҡташтар, туғандар – барығыҙға ла иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ. Берҙәмлектә – көс! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! Бар Баймаҡ яугирҙәре исеменән изге теләктәр менән алғы һыҙыҡтан – “Башҡорт” һәм “Байрам”.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас