Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Февраль 2024, 06:25

Баймаҡ үлсәү контроле хеҙмәткәрҙәренә енәйәт эше асылған

 Улар карьерҙарҙан килгән йөк машиналарын ҡарамай һәм үлсәмәй үткәреүе тураһындағы ғәйебен таныған...

Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге” хеҙмәткәре Баймаҡ районының транспортты үлсәү контролендә карьерҙарҙан килгән йөк машиналарын ҡарамай һәм үлсәмәй үткәреүе тураһындағы ғәйебен таныған. Быны ул ришүәт алған өсөн эшләгән. Енәйәт эше бер нисә кешегә асылған. Улар 2017 йылдан 2021 йылға тиклем йөк машиналарының водителдәренән һәм шундай компанияларҙың хужаларынан ришүәт алғандар.

Был коррупцион схема Башҡортостан Башлығы үлсәү контроле пункттары булған юлдарҙа тәртип булдырырға ҡушҡас юҡҡа сыға башланы. Тәүге мәртәбә Радий Хәбиров был һорауҙы 2019 йылда һайлау алды дебаттарында күтәргәйне: ”Беҙҙә ярым үлек хәлдәге өс үлсәү контроле пункты бар. Һеҙ беҙҙә нимәләр ҡылынғанын яҡшы беләһегеҙ. Мин уларҙың янынан үткәндә самосвалдарҙың тегендә-бында елдереп йөрөүенә аптырай инем”.

Шул уҡ мәлдә республика етәксеһе үлсәү контроле пункттарын 15-кә еткерергә ҡушҡайны. Былтыр уларҙың һаны 20-нән ашты. Ә үлсәү нормаларын боҙған өсөн һалынған штрафтарҙан республика бюджетына килгән сумма йөҙәрләгән миллион һумдан артты. Әммә төп маҡсат – юлдарҙың төҙөклөгөн һаҡлау һәм ошо йүнәлештәге коррупцияны бөтөрөү. Мәсьәләгә киңерәк ҡарағанда, был республикала недрҙарҙы файҙаланыу бизнесын тәртипкә килтереү ҙә, сөнки, Радий Хәбиров билдәләп үтеүенсә, үлсәү контроле пункттарында төп хоҡуҡ боҙоусылар – ул файҙалы ҡаҙылмалыҡтар табыу менән шөғөлләнгән компанияларҙың йөк машиналары.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас