+21 °С
Болотло
Зәһүрә Ҡаһарманова етәкләгән Беренсе Төркмән урта мәктәбе уҡытыу һәм тәрбиә биреү процесында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп кенә ҡалмай, ә Моҡас ауыл биләмәһенең тормошонда әүҙем ҡатнаша, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын урында тормошҡа ашырыуға күп көс һала.
Бөгөн мәктәп коллективы Гәзиткә яҙылыусы көнө үткәреп, барыһы ла дәррәү "Һаҡмар" гәзитенә яҙылды. Төркмән почта бүлексәһе почтальоны Ишдәүләт Рәсүлев әйтеүенсә, уҡытыусылар һәр саҡ район баҫмаһына әүҙем яҙыла һәм бының өсөн ҙур рәхмәтен еткерә.
Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары булған төркмәндәр менән бәйләнештәр артабан да өҙөлмәҫ, тип ышанабыҙ.