+21 °С
Болотло
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың муниципалитет хакимиәттәре етәкселәренә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналарҙы уҙғарыуға яуаплы ҡарарға ҡушты. Радий Хәбиров был көндө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындарына, ғаилә ағзаларына айырым иғтибар бүлеүҙе һораны.
«Улар беренсе урында булырға тейеш һәм уларға тейешле иғтибар күрһәтеүҙе һорайым, сөнки уларҙың ирҙәре, балалары махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған», — тип билдәләне Радий Хәбиров.