+24 °С
Ямғыр
Быйылғы ҡыштың һуңғы айы аҙағына яҡынлаша. Әммә февраль яҙға баш эйергә уйламай әле.
Иртәгә республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -14, -19° тиклем түбәнәйә, урыны менән -20, -25°, көндөҙ -8, -13° тиклем күтәрелә. Алдағы өс көндә лә әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй. Көндәр аяҙлы-болотло буласаҡ.
Ай аҙағына ғына һауа температураһы көндөҙ күтәрелә башлай. Ә бына төнөн -20, -25° һыуыҡтар көтөлә.