

Бөгөн беҙ Ватаныбыҙҙың тағы ла бер лайыҡлы улы - Артур Иҙел улы Мостахетдинов менән хушлаштыҡ.
Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев яугирҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты:
- Илебеҙҙең именлегенә хәүеф янаған ваҡытта Артур Иҙел улы махсус хәрби операцияға саҡырыла һәм үҙен көслө рухлы ир-егет, ысын патриот итеп күрһәтә. Хөрмәтле Зифа Әхтәм ҡыҙы, Земфира Хәсән ҡыҙы, мәрхүмдең туғандары һәм яҡындары һеҙҙең тәрән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ. Бөтә район, бөтә республика һәм бөтә ил һеҙҙең менән бергә ҡайғыра. Ошо оло юғалтыуҙы кисереп сығырға көс, сыҙамлыҡ теләйбеҙ. Артур Иҙел улы хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Геройға дан!
Батыр яугирҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
А. Юлдашбаев фотолары.