Үрге Яйыҡбай ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә маҡсатлы эш алып бара.Бында көн дә тиерлек айыҡ һәм сәләмәт тормошто, спортты, милли уйындарыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, милли аш-һыуҙарыбыҙҙы пропагандалаған төрлө саралар гөрләп үтеп тора. Бынан тыш, ғаилә, йәмәғәт ойошмаларының статусын үҫтереү буйынса район кимәлендә йыйындар үткәрелеп, ошо юҫыҡтағы көнүҙәк мәсьәләләр уртаға һалып тикшерелде.
"Мәргән уҡсы" ярышы "Айыҡ ауыл" конкурсына ярашлы икенсе тапҡыр ойошторола.Был юлы ла мәртәбәле бәйгелә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың төрлө төбәктәренән уҡсылар ҡатнаша.
Ярыштарҙы асыу тантанаһында Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Амур Әминев сығыш яһап, уҡсыларға уңыштар теләне, милли спорт уйындарының төбәктә үҫеш алыуын билдәләне, был тәңгәлдә артабан да маҡсатлы эш алып барыласағы тураһында һөйләне.