Бөгөн районыбыҙҙы тағы ла ҡайғылы хәбәр баҫты. Күлтабан ауылында тыуып үҫкән , махсус хәрби операция яугиры Абдразаҡов Тимур Сәғит улын һуңғы юлға оҙаттыҡ. . Был хаҡта район башлығы үҙенең ҡайғы уртаҡлашыуын яҙып сыҡты.
- Был беҙҙең өсөн бик ауыр ҡайғы һәм бөтә район өсөн оло юғалтыу. Илебеҙ өсөн еңел булмаған ваҡытта Тимур Сәғит улы махсус хәрби операцияға өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырыла. Хеҙмәт иткән осорҙа үҙен көслө рухлы яугир, ысын патриот итеп күрһәтә. Чечен республикаһындағы хәрби хәрәкәтте үткән егет, мотоуҡсылар батальоны составында намыҫлы хеҙмәт итә. Хәрби бурысына аҙаҡҡы һулышына тиклем тоғро ҡала. Ул яңы быуын нацистары менән аяуһыҙ, әммә изге көрәшкә үҙ өлөшөн индереп, Тыуған иле, халҡы өсөн ғүмерен биргән батыр булып хәтеребеҙҙә ҡаласаҡ.
Тимур Абдразаҡов тураһындағы яҡты хәтер күңелдәребеҙҙә һаҡланыр. Тыныс йоҡла, батыр егет! Иптәштәрең һинең өсөн дошмандан үсен алыр!