Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
16 Февраль 2024, 09:35

Яугирҙәр кескәйҙәр менән осрашты

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәр Ғүмәр балалар баҡсаһында...

Яугирҙәр кескәйҙәр менән осраштыЯугирҙәр кескәйҙәр менән осрашты
Яугирҙәр кескәйҙәр менән осрашты

Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һалдат ағайҙарын саҡырып, Ғүмәр балалар баҡсаһында кескәйҙәр менән тәрбиәүи сара үтте.  Ғүмәр ауылының әүҙем апайҙары изге теләктәрен теләп үргән маскировка сеткаларын тапшырҙы. Кескәйҙәр шиғыр, йыр-бейеүҙәрен бүләк итеп, батырҙарҙы ҡыуандырҙы. Һалдат ағайҙары спорт төрҙәрендә көслө икәндәрен күрһәтеп, балаларға үҙ теләктәрен еткерҙе.

Сарала ҡатнашыусылар изге теләктәрен еткерҙе:

- Шулай уҡ һәр ваҡыт төрлө яҡлап ярҙам ҡулы һуҙып тороусы Ярат, Йомаш ауылы хакимиәт башлыҡтары Альбина Булат ҡыҙы менән Мирхәт Рәфҡәт улына һалдат әсәйҙәре исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, ауыр, яуаплы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Уландарыбыҙ имен-һау йөрөһөндәр, илебеҙ тыныс булһын! Берҙәмлектә - көс!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас