Баймаҡтар "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль проекты сиктәрендә ойошторолған "Рәсәйҙең саңғы юлы - 2024" бөтә Рәсәй ярышында ҡатнашты.
Спорт байрамына йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды, улар араһында иң бәләкәй саңғысылар ҙа, данлыҡлы спорт ветерандары ла бар ине.
Ярыш 3 км, 2 км һәм 1 км дистанцияларҙа үтте. Был ярыш ҡатнашыусыларға үҙҙәренең спорт оҫталыҡтарын һынап ҡарарға, көслө яҡтарын асыҡларға һәм еңеү өсөн көрәшергә мөмкинлек бирҙе.
Саңғы ярышында, иң ныҡышмалы саңғысылар еңеүсе булды.
Әммә "Рәсәйҙең саңғы юлы - 2024" ярышында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек алды, сөнки был спорт байрамы еңеүҙе маҡсат итеп ҡуйыу түгел, ә сәләмәтлек һәм ихтыяр көсө лә күрһәтеү ине.