Новости
16 Февраль 2024, 10:15

Ауыл почталарына иғтибар

Ауылдарҙа һәм барып етеүе ауыр булған йәшәү пункттарында почта бүлексәләренең мөһимлеге билдәләнде... 

Ауыл почталарына иғтибарАуыл почталарына иғтибар
Ауыл почталарына иғтибар

Башҡортостан - илебеҙҙә почта бүлексәләре иң күп булған төбәк. Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй почтаһының генераль директоры Михаил Волков онлайн режимында 35 почта бүлексәһен асыуҙа ҡатнашты. Был федераль программаға ярашлы башҡарылды. Мәғлүм булыуынса, ил етәксеһе Владимир Путин 2025 йылға тиклем ауыл ерҙәрендәге һәм барып етеүе ауыр булған йәшәү пункттарында почта элемтәһен модернизацияларға ҡушты. 

Радий Хәбиров ауылда почтаның халыҡ өсөн бик мөһим булыуын билдәләне. "Кешеләр бында торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүе өсөн түләй, баҫма матбуғатты алдыра, аралаша, һөйләшә. Шуға күрә Рәсәй почтаһынан мөмкин тиклем күберәк ауылдың почта бүлексәләрен һаҡлап ҡалыуҙы һорайбыҙ".

Баҫма матбуғат саралары өсөн дә почта эше бик мөһим. Сөнки беҙҙең гәзиттәрҙе нәҡ почтальондар һәр йортҡа алып барып еткерә. Шуға күрә был йәһәттән дә почтаның эше яйға һалыныр, тип ышанғы килә. 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас