Иң тәүҙә мәғариф бүлеге бинаһы биләмәһендә Афғанстанда һәләк булған яугир-интернационалистар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янында тантаналы митинг ойошторолдо.Унда ҡала һәм район етәкселәре, Афған яуын үткән ветерандар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, мәктәп уҡыусылары, йәмәғәтселек ҡатнашты.
Сарала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов, яугир-интернационалист Зәки Изгин, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Башҡортостан батальондарының имамы Хәмзә хәҙрәт Хафизов сығыш яһаны.
Тантанала яуҙа һәләк булғандар хөрмәтенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде, һәйкәлгә сәскәләр һалынды.
Афған яуын үткән ҡаһармандар бер ҡасан да онотолмай, улар мәңге халыҡ хәтерендә һаҡлана. Яугир-интернационалистар тыныс тормошта ла һынатмай, районыбыҙ, республикабыҙ үҫешенә үҙҙәренең лайыҡлы өлөшөн индерә, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә күп көс һала.
Митингтан һуң тантаналы сара Баймаҡ лицей-интернатында дауам итте.