Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль , 17:50

Машина һатып алам тип 2,5 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан

35 йәштәге ир машина һатып алырға була. "Купля-продажа" сайттарының береһендә уға «Киа Соренто» машинаһы оҡшап ҡала...

35 йәштәге ир машина һатып алырға була. "Купля-продажа" сайттарының береһендә уға «Киа Соренто» машинаһы оҡшап ҡала. Ул был иғлан буйынса мөрәжәғәт итә. Иргә компания менеджерының телефонын бирәләр. Һатып алыу килешеүен алғас, иргә барыһы ла оҡшай һәм ул 2,5 миллион һум аҡсаһын күсерә. Таможня хеҙмәтләндереүен дә ҡаплай. Сөнки машина Германияла тиҙәр. Аҡсаны күсереп бөткәндән һуң ир килешеү ҡағыҙҙарындағы һандарҙы тикшерә башлай һәм бындай компанияның да, һатыусының да юҡлығын асыҡлай. Ул полицияға мөрәжәғәт итә.

Үткән тәүлектә республикала 8 мутлыҡ енәйәте теркәлгән, халыҡ 4,5 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан. Һаҡ булығыҙ, алданмағыҙ! 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: