Бөгөн Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында билдәле табип, данлыҡлы хирург, күп балаларҙы аяҡҡа баҫтырып Башҡорт Айболиты тип яратып йөрөтөлгән профессор, балалар хирургтары Ассоциацияһы Президенты, тағы ла бихисап маҡтаулы һәм дәрәжәле исемдәргә лайыҡ Айытбай Әхмәт улы Ғүмәров килде. Ул медицина хеҙмәткәрҙәре менән осрашты, обход үткәрҙе. Район хирургтарының эштәре менән танышты, кәңәштәрен бирҙе, ауырыуҙар менән аралашты. Фельдшерҙар, педиатрҙар өсөн кәңәшмә үткәрҙе. Мәктәп уҡыусылары менән осрашты.
Айытбай Әхмәт улы 1942 йылдың 26 ноябрендә Баймаҡ районының Сындәүләт ауылында тыуған. 1967 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетын тамамлай. Дипломлы белгес Баймаҡ үҙәк район дауаханаһында эш башлай. Ленинград ҡалаһында аспирантура, докторантура тамамлай. Кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларының темаһы – «Балаларҙың эсәктәренә зыян эшләүҙе дауалау», «Яңы тыуған балаларҙың диафрагмаль бүҫерен хирургик юл менән дауалау».
1989 йылдан алып Айытбай Әхмәт улы – балалар хирургияһы, ортопедияһы һәм анестезиологияһы кафедраһы мөдире. Әлеге көндә лә Башҡортостан Республикаһының Балалар хирургтары ассоциацияһы президенты вазифаһын башҡара.
Айытбай Ғүмәров – Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре һәм атҡаҙанған табибы. Ул – 500-ҙән ашыу фәнни эш, 30-ҙан ашыу уйлап табыу авторы.
Тап Айытбай Әхмәт улы башланғысы менән балаларға хирургик ярҙам күрһәтеүҙе ойоштороуға, балалар хирургтары, анестезиологтар, ортопедтар, урологтар кеүек кадрҙар әҙерләүгә ҙур иғтибар бүленә.
данлыҡлы яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Үткәргән осрашыуҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ!