Новости
12 Февраль 2024, 10:10

Ҡар яуа, буран сыға

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының иҫкәртеү хеҙмәтенән кеҫә телефондарына бөгөн әллә нисәмә смс-хәбәр килеп өлгөрҙө. Һәм улар туҡтамай әле. Эш ниҙә һуң?..

Ҡар яуа, буран сығаҠар яуа, буран сыға
Ҡар яуа, буран сыға

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә. Синоптиктар белдереүенсә, 13 февралдә республикала урыны менән көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы, боҙлауыҡ булыуы, юлдарға көрт һалыуы, елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе көтөлә.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ һәр кемгә хәйерле юлдар!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас