Новости
11 Февраль 2024, 10:45

Тракторсы Алина

Баймаҡ колледжын тамамлаған ғәжәйеп уңған ҡыҙ яҙғы сәсеү эштәренә әҙерләнә...

Тракторсы АлинаТракторсы Алина
Тракторсы Алина

Хеҙмәт министры Ленара Иванова үҙенең Телеграм каналында тракторсы һөнәрен үҙләштергән Әбйәлил ҡыҙы Алина Ғәлиуллина тураһында яҙып сыҡты. Уға 19 йәш. Баймаҡ колледжын тамамлап, мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә һәм эш эҙләүселәр өсөн адреслы социаль ярҙам күрһәтеү программаһында ҡатнаша. Алина соцконтракт төҙөй. Һәм эш тә табыла, тәүге айҙарҙа финанс ярҙам да ала.

- Беҙҙең ғаиләлә тракторсы һөнәре - ғаилә эше. Олатайым, атайым, өлкән ағайым - барыһы ла шәп тракторсылар, - ти Алина. 

Ҡыҙ "Ҡыҙыл Башкирия"ла былтырғы көҙҙән эшләй. Берҙән-бер ҡыҙға коллегалары бик ихтирамлы ҡарашта, уны тырыш һәм ныҡышмал булыуы өсөн маҡтайҙар. Хәҙер улар яҙғы сәсеү эштәренә техниканы әҙерләү менән мәшғүл. 

Уңыштар һиңә, уңған ҡыҙ Алина!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас