Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Февраль 2024, 05:55

Ишмырҙа янында батҡан машина сығарыла

Улар ҡотҡарыусыларға рәхмәтен еткерҙе...

Ишмырҙа янында батҡан машина сығарылаИшмырҙа янында батҡан машина сығарыла
Ишмырҙа янында батҡан машина сығарыла

Районыбыҙҙа бер нисә көн дауамында яуған көслө ҡар водителдәргә проблемалар тыуҙырҙы. Юлдарҙы таҙартыу өсөн бар көс ташланды. Әммә буран ваҡытында трактор, грейдерҙар үтеп китеү менән юл яңынан көрт менән ҡаплана. Юлда батҡан бер водитель Иҫке Сибай тракторсыларына рәхмәтен еткереүен яҙғайныҡ инде. Ишмырҙа ауылы янында Өфөнән Ырымбур өлкәһенә китеп барғанда батҡан ике ир ҙә Баймаҡ ҡотҡарыусыларына рәхмәтен еткерҙе. Уларҙы көрттән этеп сығарып, оло юлға төшкәнсе оҙатып ҡалалар.

Юлдағыларға хәйерле һәм имен-аман юл насип булһын һәр саҡ!

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас