+21 °С
Болотло
Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың ике депутаты махсус хәрби операцияға юлланды, тип хәбәр итте Башинформ. Шулай уҡ МХО-ға өс депутат ярҙамсыһы ла китте. Уларҙың барыһы ла үҙ ирке менән Ватанды һаҡлау теләген белдергән. Был ир-егеттәрҙең барыһы ла махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәребеҙгә ныҡлы ярҙам күрһәткән, бер нисә мәртәбә МХО-ға ярҙам менән барып, барыһын да үҙ күҙе менән күреп ҡайтҡан. Бынан һуң улар ҡулына ҡорал алырға теләк белдергән. Уларҙы БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары, туғандары һәм яҡындары оҙатып ҡалды.