+24 °С
Ямғыр
35 йәштәге ҡатын бер ир менән танышырға уйлап, мутлашыусыларҙың ҡорбанына әүерелә. Ир ҡатынды 95 меңгә кредит картаһы асып, аҡсаны үҙенең иҫәбенә күсерергә күндерә. Аҡса күскәндән һуң ир ҙә юҡҡа сыға.
Үткән тәүлектә генә республика буйынса 10 мутлыҡ енәйәте теркәлгән. Алданған кешеләрҙең зыяны дөйөм алғанда 12 миллион һумдан ашыуҙы тәшкил иткән. Бер үк һаҡ булығыҙ!