Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Февраль 2024, 12:45

һорау-яуап

– Мерәҫ ауылында яңы мәсет төҙөлә. Был, әлбиттә, бик һө- йөнөслө. Иман йорто ҡасан асы- лыр икән?

Мәсет ҡасан асылыр?

– Мерәҫ ауылында яңы мәсет

төҙөлә. Был, әлбиттә, бик һө-

йөнөслө. Иман йорто ҡасан асы-

лыр икән?

Мерәҫ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Шамил Нәҙербаев әйте-үенсә, әле мәсеттә эске биҙәкләү эштәре дауам итә. Шул уҡ ваҡытта атҡараһы эштәр байтаҡ әле. Иман йортон көҙгә асыу күҙ уңында то-тола. Был тәңгәлдәге һорауҙарығыҙ булһа, Мерәҫ ауыл биләмәһе ха-кимиәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Телефон: 4-28-44.

“Һөт кухняһы” кәрәк

– Ни өсөн Баймаҡ мәктәп-

тәрендә “Һөт кухняһы” юҡ?

“Һөт кухняһы” ауырлы, бала имеҙгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы, 3 йәшкә тиклем бала аҫраған һәм аҙ тәьмин ителгән, шулай уҡ балалары опе-кала булған  ғаиләләрҙе бушлай һөт ризыҡтары менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһы, – тине райондың мәғариф бүлеге начальнигы Фәнил Ирмәков. – 2023 йылдан был исемлеккә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың да ғаиләләре индерелде. Баймаҡта “Һөт кухняһы” Салауат Юлаев проспектындағы 3-сө йортта урынлашҡан. 

Ә инде Баймаҡ районының дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыусыларҙы һәм балаларҙы эҫе аш менән тәьмин итеү өсөн ике аҙналыҡ меню ҡулланыла. Меню БР Мәғариф һәм фән, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлыҡтары тарафы-нан булдырылған һәм “Башҡортостан Республикаһында Гигиена һәм эпи-демиология үҙәге” учреждениеһы та-рафынан экспертиза үткән. Рационға һөт бутҡалары, какао, эремсекле аҙыҡтар индерелгән. Был һөт продукцияһын Баймаҡ ҡалаһындағы “Экопродукт” ЯСЙ-һы тарата. Йыл да Роспотребнадзорҙың Баш-ҡортостан Республикаһы буйынса территориаль идаралығы тарафынан балаларҙы туҡландырыуҙы ойоштороу кимәле, келәт биналарының торошо, аҙыҡ-түлектең ассортименты һәм сифаты, әҙер ризыҡтар тикшерелә. Был тәңгәлдәге һорауҙарығыҙ бул-һа, 3-50-50 телефонына шылтыратырға мөмкин”.

Балағыҙ спорт менән

шөғөлләнергә теләһә

– Баймаҡта самбонан башҡа

ниндәй түңәрәктәр, спорт клуб-

тары бар?

Кемгә мөрәжәғәт

итергә?

Был һорауға район хакимиәтенең йәштәр эштәре һәм спорт буйынса бүлек начальнигы Вадим Ғәбитов яуап бирә:

– Баймаҡ ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе базаһында бокс, спорт көрәше (грек-рим көрәше), милли көрәш буйынса түңәрәктәр эшләй. Бушлай. Шул уҡ ваҡытта ҡаланың 2-се мәктәбендә каратэ һәм 4-се лицейҙа ушу-саньда буйынса шәхси клубтар эшләй, улар түләүле. Һорауҙарығыҙ менән беҙҙең бүлеккә 3-14-26 телефоны буйынса шылтыратығыҙ.

Берәҙәк эттәрҙе –

ауылдарға?..

– Ҡалала аҙып-туҙып йөрөгән

эттәрҙең барыһын да йыйып алып,

күрше ауылдарға алып барып

ташларға кәрәк. Юғиһә, улар ҙур

ҡурҡыныс тыуҙыра...

“Берәҙәк эттәрҙе аулау ҡала һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре заявкалары буйынса ат-ҡарыла, – тине был һо-рауға Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев. – Шул уҡ ваҡытта ҡала һәм ауылдар халҡы ла был проблема буйынса 8 965 660 01 08 телефоны буйынса шылтыратып әйтә ала. Эттәрҙе аулау буйынса махсус хеҙмәт башлыҡтар һәм халыҡ биргән заявкалар буйынса адрестарға йөрөп сыға, эттәрҙе аулау маршруты даими яңырып тора. Эттәргә бәйле проблемалар килеп тыуған осраҡта 2-10-88, 3-50-50, 3-17-19 телефондары буйынса мөрәжәғәт итегеҙ”.

Автобустарҙың йөрөү

ваҡыты кәрәк

Баймаҡ автовокзалынан Сибайға ниндәй ваҡытта автобустар йөрөй?

“Баймаҡ автовокзалынан автобустарҙың ҡуҙғалып китеү ваҡыты бинаның эсендә эленеп тора һәм сайтта ла күрһәтелгән. Атап әйткәндә, Баймаҡ-*Сибай автобусы автовокзалдан эш көндәрендә 7.00, 9.00, 10.00, 11.30, 13.30, 15.30, 16.20, 18.00 сәғәттәрҙә ҡуҙғала, ял көндәрендә иһә 8.00, 9.00, 10.00, 11.30, 13.30, 15.30, 18.00 сәғәттәрҙә китә. 

Сибай АТП-һының маршруты: көн дә 8.30 (шәмбе һәм йәкшәмбенән тыш), 10.30 (шәмбе һәм йәкшәмбенән тыш), 12.30, 13.00, 14.30, 15.00, 16.30, 17.00, 18.30, 19.15 сәғәттәрҙә.

8 (347) 262-66-62 телефоны буйынса “ҡыҙыу линия”ға шылтыратырға була”, – тип яуап бирҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Алексей Власов.

Азамат МӨХӘМӘТШИН әҙерләне.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас