+21 °С
Болотло
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн бер аҙ ҡар, епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +2, -3 градус.
7 февралдә, епшек ҡар, көндөҙ Башҡортостандың көньяғында буран. Юлдарҙа көрт, тайғаҡ. Ел көнсығыштан, йүнәлешен көнбайышҡа үҙгәртеп талғын. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -1, -6 градус.
8 февралдә, ҡар, көньяҡта көслө ҡар яуыуы, төндә урыны менән буран фаразлана. Юлдарҙа көрт, тайғаҡ. Ел көнбайыштан талғын, төндә урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -10, -15, көндөҙ -5, -10 градус.