Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Февраль 2024, 11:50

Приз фонды 48 миллион һумға барып етте

2024 йылда «Айыҡ ауыл» конкурсының приз фонды 48 миллион һумға тиклем арттырылды...

Приз фонды 48 миллион һумға барып еттеПриз фонды 48 миллион һумға барып етте
Приз фонды 48 миллион һумға барып етте

2024 йылда «Айыҡ ауыл» конкурсының приз фонды 48 миллион һумға тиклем арттырылды. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова белдерҙе.

«Конкурстың приз фонды 2024 йылдан 8 миллион 400 мең һумға арта, - тине Эльвира Айытҡолова. - Был бик ҡыуаныслы, сөнки ауылдарҙа төҙөкләндереү буйынса тағы ла күберәк эштәр башҡарылыр, халыҡ үҙ хеҙмәтенең һәм тырышлығының һөҙөмтәләрен күрер».

Шуны әйтергә кәрәк: ауылдарҙа йәшәүселәр конкурста ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡатнаша. Уҙған йылдың 1 сентябренән 30 ноябренә тиклем дауам иткән муниципаль этапта 1070 ауыл биләмәһе ҡатнашты. Республика этабына 52 ауылдан ғариза килде. Быйыл 18 ғинуарҙа республика ойоштороу комитеты ултырышында ауылдар 4 номинацияға бүленде. Йомғаҡ 25 апрелдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында яһала.

Автор:
Читайте нас