Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Февраль 2024, 10:05

Баймаҡтарға - яңы теннис өҫтәле

Уны яҡташыбыҙ Айнур Кәримов бүләк итте...

Баймаҡтарға - яңы теннис өҫтәлеБаймаҡтарға - яңы теннис өҫтәле
Баймаҡтарға - яңы теннис өҫтәле

 Баймаҡ районында бик күп спорт төрө ныҡлы үҫешкән. Спортсыларыбыҙҙың республика, ил кимәлендәге ярыштарҙа еңеү яулауҙары ла бик һөйөндөрә. Ә спорттың үҫешенә булышлыҡ иткән яҡташтарыбыҙҙың булыуы бигерәк тә ғорурландыра.

Яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең йәмәғәт-сәйәси үҫеше буйынса бүлеге советнигы Айнур Басир улы Кәримов бөгөн район-ҡалабыҙҙа өҫтәл теннисын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Рәил Равил улы Бикмәтовҡа теннис өҫтәле бүләк итте.

-  Ял көнөндә тыуған яҡтарыма ашыҡтым. Сөнки өҫтәл теннисы буйынса яҡташтарымдың ҙур уңыштарға өлгәшеүен беләм. Ғөмүмән, спортты үҙ иткән, уға башҡаларҙы йәлеп иткән кешеләр оло маҡтауға лайыҡ. Был йәһәттән Рәил Равил улы билдәләп үтергә кәрәк. Ул үҙе лә чемпион, теннис буйынса абсолют еңеүсе булған уҡыусылары ла бик күп, - тине Айнур Басир улы.

Рәил Бикмәтов Айнур Басир улына бар теннис уйнаусылар исеменән оло рәхмәтен еткерҙе. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Рәил Равил улы өҫтәл теннисына 42 йәшендә генә килә. Әммә бер йылдан юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Айнур Басир улы бүләк иткән теннис өҫтәле Баймаҡ агросәнәғәт колледжына ҡуйылды. Бынан тыш Рәил Равил улының мәғариф бүлегендә лә спорт менән шөғөлләнеү урыны бар.

- Балалар килә, өлкәндәр. Барыһын да өйрәтәм, - тип йылмая йәмәғәт башланғысында эшләгән Рәил Бикмәтов.

Ул республика өҫтәл теннисы буйынса федерацияһының Баймаҡтағы филиалының секретары булып тора. Бына шундай һөйөнөслө яңылыҡ ял көнөндә.

Яҡташтарын ҡыуандырған Айнур Басир улына ла, баймаҡтарҙы спортҡа ылыҡтырған Рәил Равил улына ла ҙур-ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас