Йөрәкте уртаға телеп үтерҙәй ҡайғылы хәбәр алдыҡ
Афған һуғышы үткән, махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк Илебеҙҙе һаҡларға китеп, алғы һыҙыҡта йөрөгән Илдус Рәфҡәт улы Мәһәҙиев арабыҙҙан китеп барҙы... Ауылдашыбыҙ МХО зонаһында хәрби бурыстарҙы намыҫ менән үтәй. Сая рухлы башҡорт батырына операция барышында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн "Генерал Шайморатов" миҙалы бирелде.
Мәһәҙиев Илдус Рәфҡәт улы Комсомол, хәҙерге Күгиҙел ауылында 1968 йылда донъяға килгән. 1986 йылда әрме сафына алына. Десантно-штурмовой группала ПВ-КГБ СССР -хәрби хеҙмәт юлын үтә. Афғанстанда барған һуғыштарҙа ҡатнашып, (17.11.1987-15.02.1989) бик күп миҙалдарға лайыҡ була.
"Десантно-штурмовая группаның отряд начальниге Резниченко булды. Беҙҙең группа 6 көбәкле ракетаны духтарҙан тартып алдыҡ. Бандалар ныҡ шашҡас, Дальний Востоктан Чакав килә. Бер банда составын берәүһен дә ҡалдырмай ҡыралар, главарьҙәре генә ҡасып ҡотола. Илебеҙ тыныс булһын, имен йәшәйек, Алла бирһә! Беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын!"- тип әйтеп киткән ине осрашыуҙа.
Ауылдаштары хәтерендә йор һүҙле, изге күңелле, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороусан булып, һаҡланыр. Мәрхүмдең ғаиләһенә, бөтә туғандарына Аллаһы Тәғәлә түҙемлек, сабырлыҡ бирһен!
Илдус Рәфҡәт улының иманы юлдаш булып, йәне йәннәттә, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын!
Күгиҙел ауылы клубы.